Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2023, 19:37

Азамат Абдрахманов Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләнде

Махсус операция башланғас, республика чиновниктарынан  тәүгеләрҙән  булып Донбаста булып ҡайтты.

Азамат Абдрахманов Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләнде
Азамат Абдрахманов Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләнде

Радий Хәбиров Азамат Абдрахмановты республика хөкүмәте аппараты етәксеһе вазифаһын һаҡлап ҡалып, вице-премьер итеп тәғәйенләне.

Бер үк ваҡытта Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллек етәксеһенән вице-премьер статусын алды, шуға күрә вице-премьер вазифаларының дөйөм һаны элеккесә ҡала, тип хәбәр итә «Башинформ».

Азамат Абдрахманов 1979 йылдың 26 июнендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты. Дәүләт власының барлыҡ тармаҡтарында ла эш тәжрибәһе бар: йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында, Башҡортостан президенты хакимиәтенең хоҡуҡ идаралығында һәм кадрҙар хеҙмәтендә белгес булып эшләгән, һигеҙ йыл Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай секретариаты етәксеһенең хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булған, 2019 йылда — тыуған Ишембай районы хакимиәте етәксеһе, 2021 йылдың ноябрендә Башҡортостан хөкүмәте аппараты етәксеһе — министры итеп тәғәйенләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-05-12/azamat-abdrahmanov-naznachen-vitse-premierom-pravitelstva-bashkirii-3255541

Автор:
Читайте нас: