Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2023, 13:45

Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр индерелә

Тейешле закон проектын республика етәксеһе Радий Хәбиров индергән.

Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр индерелә
Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр индерелә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары республика Конституцияһына үҙгәрештәрҙе ҡарай. Тейешле закон проектын республика етәксеһе Радий Хәбиров индергән. Документты май аҙағында парламенттың пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү планлаштырыла. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Башҡортостандың төп законы дәүләт власы органдарының структураһы һәм вәкәләттәре тураһында положениелар менән тулыландырыла.

Башҡортостан Башлығы муниципаль берәмек башлығына, урындағы хакимиәт етәксеһенә киҫәтеү яһау, шелтә белдереү, уларҙы вазифаһынан бушатыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, ул муниципаль берәмектең вәкәләтле органына федераль ҡануниәттә билдәләнгән осраҡтарҙа һәм тәртиптә муниципалитет башлығын отставкаға ебәреү тураһында башланғыс менән мөрәжәғәт итә ала.

«Конституция кимәлендә Дәүләт Йыйылышының структураһы билдәләнә, парламент рәйесен һәм уның урынбаҫарҙарын һайлау, президиум, даими комитеттар һәм комиссиялар ойоштороу тәртибе нығытыла, — тип билдәләне Константин Толкачев. — Республика парламенты вәкәләттәре Башҡортостан закондарын күҙәтеүгә контроль, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт тыңлау менән тулыландырыла. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы республика хөкүмәте премьер-министрына ышанмау (ышаныу) тураһында мәсьәләне хәл итергә тейеш».

Бынан тыш, Ҡоролтай ҡарамағындағы йәштәр йәмәғәт палатаһының вәкәләттәре киңәйә.

https://www.bashinform.ru/

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: