+22 °С
Болотло
Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәгән Рифхәт Хәзивәли улы һәм Нәзифә Сабирйән ҡыҙы Ғизулиндарҙың баш балалары Фәриткә бағышлап бынан 40 йыл элек ултыртҡан шыршыһы ҡыҙыл-көрән төҫтәге сәскәләргә күмелгән!
“Был хәлде тәүгә күреүебеҙ, өс балабыҙға бағышлап 3 шыршы ултыртҡайныҡ. Айгөл менән Мараттың ҡарағастарын, электр сымына ҡамасаулай, тип, комхоздар ҡырҡҡыланы, Фәриттекенә тейҙермәнем, шуға микән, уныҡы ғына сәскә атҡан”, - ти Нәзифә апай.