+22 °С
Болотло
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, 21 майҙа Башҡортостандың төньяҡ һәм таулы райондарында һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -2 градусҡаса ҡырау төшөүе көтөлә.
"Ҡырау төшөүгә бәйле ауыл хужалығы культураларына һәм йылы яратыусы үҫемлектәргә һәләк булыу хәүефе янай, электр йылытыу приборҙарын файҙаланыу, мейес менән йылытыу арта, ошоға бәйле торлаҡ, социаль-мәҙәни һәм көнкүреш тәғәйенләнешендәге биналарҙа көнкүреш янғындары сығыу ихтимал", - тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана.