Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2023, 11:25

Һөйөнсө! "Шоңҡар"ҙың май һаны сыҡты!

Ниндәй рубрика һеҙгә айырыуса оҡшай? 

Һөйөнсө! "Шоңҡар"ҙың  май һаны сыҡты!
Һөйөнсө! "Шоңҡар"ҙың май һаны сыҡты!

Май һанының тышлығын Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәре Гөлсәсәк Бүләкова биҙәй.

Венер Исхаҡовтың "Йырланмаған йырым һин..." тип аталған  повесы күңелегеҙгә хуш килер, тип ышанабыҙ. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе шулай уҡ Фирүзә Абдуллинаның "Осраҡлы юлдаш", Сәлиә Ғатауллинаның "Мөрйәләрҙә төтөн..." тигән хикәйәләре ҡыуандырыр. Журналды арттан башлап уҡырға яратыусыларҙы Сәлих Ваһаповтың "Ҡунаҡ ҡайтты" тип аталған юмористик хикәйәһе йылмайтыр. 

Батырлыҡ ерҙә күмелеп ҡалмай. "Ҡыҙҙар хушығыҙ, Ватаным өсөн үләм!" тип аталған мәҡәлә тап шул турала. Тағы ла журнал биттәрендә төрлө файҙалы кәңәштәр тупланған. Ғәжәп хәлдәр, ҡыҙыҡлы кешеләр тураһында ла мәҡәләләр бар!  

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: