-6 °С
Болотло
Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, майҙың һалҡынса икенсе декадаһынан һуң республикаға йәйге йылы килә.
«Майҙың өсөнсө ун көнлөгөндә уртаса һауа температураһының норманан 4-5° юғарыраҡ булыуы көтөлә. Был аҙнала көньяҡ киңлектәрҙән һауа массаларының таралыуына бәйле һауа температураһы төндә +9, +14°, таулы райондарҙа +3, +8°, көндөҙ +24, +29° тиклем күтәрелә», — тип белдерҙе синоптиктар.
Атмосфера баҫымы юғары булғанда яуым-төшөм көтөлмәй. Бындай һауа шарттары йәнә янғын хәүефе шарттарын ҡатмарлаштыра.