+22 °С
Болотло
Өфөлә талпанға ҡуйылған үҙенсәлекле һәйкәлде урлағандар. Талпан көмөштән ҡойолған.Был хаҡта арт-объект авторы Олег Чегодаев хәбәр итте: "966 көн буйы ул тәбиғәттә һәр бөжәктең мөһим икәнлеген, энцефалиттан прививка эшләтергә кәрәклеген иҫләтеп торҙо", - ти ул.
Талпан һыны элекке урынында тергеҙелә. Ул 2020 йылдың сентябрендә Мостай Кәрим урамында, 44-се йорт янында ихатала урынлаштырылды. Бурҙар видеоға эләккән: урлаусылар - ике уҡыусы. Һәр хәлдә, был ҡыҙ менән егет сығарылыш таҫмаһын тағып алған.
Фото:соцсети посольства Уральских гор в Уфе