Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2023, 13:57

Яңы закон ҡабул ителде

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә юридик ярҙам бушлай буласаҡ.

Яңы закон ҡабул ителде
Яңы закон ҡабул ителде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары бер юлы ике уҡыуҙа закон проектын раҫланы, уға ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, контрактсылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары бушлай юридик ярҙам алырға хоҡуҡлы. Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Владимир Нагорный Ҡоролтай ултырышындағы сығышында хәбәр итеүенсә, мәсьәләне ҡарау йомғаҡтары буйынса беренсе уҡыуҙа документҡа федераль ҡануниәткә ярашлы ике төҙәтмә индерелде.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, юридик хеҙмәттәр өсөн бюджет аҡсаһынан түләнә, ә уларҙы дәүләт юридик бюроһы күрһәтә. Хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары был бюрола консультация ғына түгел, ғариза, ялыу яҙғанда ярҙам алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/

 

Фото:Олег Яровиков

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: