+22 °С
Ямғыр


Кисә көндөҙ Ҡырмыҫҡалы районының Алексеевка ауылында янғын сыға. Ирекле янғын һүндереү командаһы һәм Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килеп етеүгә ике өйҙө һәм кәртә-ҡураны ут ялмап алған булған. Утты һүндереүгә 28 кеше, һигеҙ автоцистерна һәм өс һыу ташыусы йәлеп ителгән. Ҡорбандар юҡ.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.