

Стәрлетамаҡ районының “Башаҡ” балалар һауыҡтырыу лагерында Башҡортостандағы беренсе аграр сменаға 95-кә яҡын бала ял итергә һәм ауыл хужалығы нескәлектәрен өйрәнергә барған. Был хаҡта Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә хәбәр ителә.
"Программа бай - урындағы ауыл хужалығы предприятиеларына барыу, Башҡортостан дәүләт аграр университеты уҡытыусыларынан оҫталыҡ дәрестәре ҡарау, малсылыҡ, ландшафт дизайны, баҡсасылыҡ буйынса мини-проекттар әҙерләү. Шулай уҡ балалар Стәрлетамаҡ районы мәктәптәре уҡытыусылары менән берлектә әҙерләнгән тәүге бизнес-проекттарын яҡлай.
Ошо көндәрҙә сменала ял итеүсе балалар башҡорт халҡының данлыҡлы шәхесе Ҡаһым түрәнең тыуған еренә сәйәхәткә сыҡты. Тәүҙә улар Айыусы ауылындағы Ҡаһым Мырҙашев стелаһына һәм “Ашҡаҙар” йырына бағышланған һәйкәлгә килде. Урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уларға 1812 йылғы Ватан һуғышындағы башҡорт полктарының иң ҡеүәтле дошманға ла ҡаршы тора алғаны, юғары ойошоу һәләте, сыҙамлы, ҡыйыу икәнлектәре, башҡорт полководецы Ҡаһым түрәнең яу юлы һәм хәрби даны хаҡында һөйләне.
Артабан балалар “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсында ҡатнашҡан Мырҙаш ауылына юлланды. Унда крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе, район Советы депутаты, урындағы ҡоролтай ағзаһы Илдар Ишбирҙе улы Буранғолов, мәшәҡәтле осор булыуға ҡарамаҫтан, балаларҙы үҙ хужалығы менән таныштырып, ауыл хужалығы эштәренең нескәлектәре хаҡында һөйләп үтте.
Һуңынан Айрат Рәфҡәт улы Ишмийәровтың бәшмәк фермаһында ла күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдылар. Был фермер хужалығы шампиньондар һәм трюфелдәр үҫтереүгә нигеҙләнгән.
Лагерға ҡайтыр алдынан, аграр сменала ҡатнашыусылар “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсы еңеүсеһе - Кантюковка ауылында урынлашҡан, республикала үҙенең матурлығы, мөһабәтлеге менән дан алған “Суфия” мәсетендә лә булды.
Һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән ҙур өмөттәр бағланған аграр сменала балалар һәр йәһәттән үҙ белемен нығыта. Бында ауыл хужалығында кәрәкле һөнәрҙәр буйынса йүнәлеш бирелеп кенә ҡалмай, ә ысын мәғәнәһендә илһөйәр, ерһөйәр балалар тәрбиәләнә. Киләсәктә аграр смена даимиға әүерелеп, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләүҙә мөһим урын биләр, тип ышанабыҙ", - тиелә яҙмала.
Сығанаҡ: