Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
15 Июль 2023, 07:46

Тыуған ерҙәренә битараф түгелдәр

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр арттарынан йыймай, хатта сүп-сарын махсус һауытҡа ташларға "ҡулдары етмәй".

Тыуған ерҙәренә битараф түгелдәрТыуған ерҙәренә битараф түгелдәр
Тыуған ерҙәренә битараф түгелдәр

"Ейәнсура таңдары" хәбәр итеүенсә, тыуған яҡтарына битараф булмаған бер төркөм ир-егет Кесе Һүрәм буйындағы ял итеү урынына өмәгә сыҡҡан.

Бер нисә йыл элек "Бөркөт" ойошмаһы тарафынан булдырылған был урынды күптәр үҙ итә, ғаиләләре, дуҫтары менән килә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр арттарынан йыймай, хатта сүп-сарын махсус һауытҡа ташларға "ҡулдары етмәй".

Шуға ла битараф булмаған ирҙәр тәбиғәттең гүзәл мөйөшөн таҙартыу буйынса экологик өмәгә сыҡты. Улар йылғаны йыйылған ағастарҙан арындырҙы, ял урынының кәртәләүен яңыртты. Дәррәү эшләгәс, өмә сәй эсеү менән тамамланы.

Автор:Альмира Аюпова

Сығанаҡ: https://ejansura.ru/articles/ataisal/2023-07-15/k-m-kl-esh-aryshmay-3341214

 

Автор:
Читайте нас