Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Июль 2023, 09:30

Хәйбуллиндарҙың ҡымыҙ фермаһы

"Ауылыбыҙҙың бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары менән Бешәке йылғаһы буйында урынлашҡан Хәйбуллиндарҙың ҡымыҙ фермаһына йүнәлдек..."

Хәйбуллиндарҙың  ҡымыҙ фермаһыХәйбуллиндарҙың  ҡымыҙ фермаһы
Хәйбуллиндарҙың ҡымыҙ фермаһы

Бөрйән районы Яуымбай ауылынан хәбәр итәләр:

"Ҡымыҙ тәмен, ҡымыҙ ҡәҙерен белмәгән кеше юҡтыр ул .Был ҡымыҙҙы боронғоса ҡул менән генә һауып әҙерләгәнгәмелер бигерәк тәмле шул.Әйтеп тә тораһы түгел – барыбыҙ ҙа яратабыҙ ҡымыҙҙы, файҙаһын да беләбеҙ! Шуға ла уны етештереүселәр менән осрашып, эштәре менән танышыу һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыр тип уйлап, йөҙ тапҡыр һөйләгәнсе бер барып ҡарауҙы хуп күреп, ауылыбыҙҙың бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары менән Бешәке йылғаһы буйында урынлашҡан Хәйбуллиндарҙың ҡымыҙ фермаһына йүнәлдек. Бараһы еребеҙгә ҡорос аттарҙа "Һә" тигәнсе килеп тә еттек. Һәр ваҡыттағыса ихлас күңел менән уңған, ҡымыҙ эшләү нескәлектәрен белеп бөткән , ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләүсе хужабикә Альбина Зәкир ҡыҙы менән ярҙамсыһы -уң ҡулы Ләйсән Мөхәмәт ҡыҙы йылмайып ҡаршы алды.
Баҡтиһәң, һауын ваҡыты еткән мәлгә тура килеп кенә килгәнбеҙ икән.Ҡыҙҙар менән бергәләп, йәһәтләп ҡымыҙ һауған урынға юлландыҡ. Килгән ҡыҙҙарыбыҙ араһында бик ихлас бейә һауа белгән ҡыҙҙарыбыҙ ҙа, белмәгәндәребеҙ ҙә, яҡынларға ҡурҡҡандарыбыҙ ҙа булған. Шулайҙа көн буйына сәйәхәт ҡылырға барған ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙҙың барыһыла дүрт һауын араһында бейә һауып та ҡаранылар, уны эшләү нескәлектәрен дә өйрәнеп , файҙаһы тураһында әңгәмә ҡороп, мәҡәл-әйтемдәр әйтешеп, ҡымыҙ менән һыйланып, самауыр менән тәмле сәйҙәр эсеп, кәртешкәгә төшөп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайттылар. Һәр яҡлап та өлгөр, уңған , ярҙам итергә әҙер тороусы Хәйбуллиндарҙың ғаиләһенә эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ теләп таралыштыҡ. Ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булған был "Ҡымыҙ һауыу, ҡымыҙ бешеү йолаһы" нескәлектәренә, серҙәренә өйрәнеү бик шәп булды, һәр кемгә оҡшаны. Мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ҡатын ҡыҙҙарыбыҙға матур ялда булды. Хәйбуллин Фәһим Мөхәмәт улына һәм Альбина Зәкир ҡыҙына рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ һәм эштәренең һәр ваҡыт уң булыуын теләйбеҙ! Донъяларыбыҙ тыныс,күгебеҙ һәр саҡ аяҙ булһын!"

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-194620776_2788

Автор:Загида Мусина
Читайте нас