+21 °С
Болотло


Мәләүездә балалар баҡсаһы биләмәһенә йылан килеп ингән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
«Бөгөн көндөҙ экстрен хеҙмәттәргә Мәләүездәге балалар баҡсаһына йылан үтеп инеүе тураһында хәбәр иткәндәр. Ҡотҡарыусылар килеп, туҙбашты тотҡан һәм урманға ебәргән», — тип белдерҙеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Сығанаҡ : Башинформ