Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
18 Июль 2023, 05:52

Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың июль һаны сыҡты!

Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылдығыҙмы? Журналды көтәһегеҙме?

Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың июль һаны сыҡты!Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың июль һаны сыҡты!
Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың июль һаны сыҡты!

 

“Артист булыу — бала саҡ хыялым”, — ти июль һанының тышлығын биҙәүсе Йәнгүзәл Халикова. Ул — Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы. Уның  менән журнал биттәрендә  яҡыныраҡ танышырға була.

Был һанда тағы ла ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүсе Елена Ибраһимова, скрипкасы Илзирә Ҡудашева кеүек шәп замандаштарыбыҙ тураһында мәҡәләләр бар.

Әҙәбиәт һөйөүселәргә Риф Йөҙлөкбайҙың “Ҡарт ҡыҙ” повесы, Нәсимә Ғайсинаның “Урсула” хикәйәһе оҡшар. “Еңел аҡса бер ҡасан да булмай” (Т. Дәүләтбирҙина) , “Уҡытыусы булыу һәр кемгә бирелмәгән” (А. Сәләхова) кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән яҙмалар менән таныша алаһығыҙ.

Бынан тыш  Башҡортостандың яҙыусылар союзы менән берлектә үткәргән йәш яҙыусылар конкурсы шарттары менән таныша алырһығыҙ!

Автор:
Читайте нас