Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Июль 2023, 11:27

Йылға төбөндә - боронғо әйбер

Артефакт урта быуаттарға ҡарай. 

Йылға төбөндә - боронғо әйберЙылға төбөндә - боронғо әйбер
Йылға төбөндә - боронғо әйбер

Өфө ҡотҡарыусылары Ағиҙел йылғаһында тарихи артефакт тапҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һыу төбөнән сығарылған ауыр түңәрәк таш — урта быуаттарға ҡараған тирмән.

«Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре тарихи табылдыҡты Башҡортостандың Милли музейына тапшырырға йыйына, — тип хәбәр иттеләр ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән, шулай уҡ ҡотҡарыусыларҙың ваҡыты-ваҡыты менән баш ҡала музейҙарын экспонаттар менән тулыландырыуы тураһында иҫкә төшөрҙөләр. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһында улар бер быуатлыҡ якорь, мамонт һәм бизон һөйәктәрен, ә Ҡариҙелдә 8 мең йыл элек йәшәгән йөнтәҫ мөгөҙморондоң баш һөйәген тапҡайны.

https://www.bashinform.ru

Автор:Загида Мусина
Читайте нас