+22 °С
Ямғыр


Белорет районында ҡотҡарыусылар янғын ҡамауында ҡалған. Аҙнағол һәм Ҡатарыш ауылдарына ут эсендә ҡаламаһын өсөн янғынға ҡаршы көрәшкә 267 кеше һәм 57 берәмек техника йәлеп ителгән. Көслө ел ваҡытында ерҙәге янғын ағастарға күсә. Һөҙөмтәлә 24 кеше ут тоҙағына эләгә. Янғын һүндереүселәр рация аша координаталар тапшыра. Уларҙы вертолет менән эвакуацияларға ҡарар ителә. Әммә ҡуйы төтөн һәм таулы урында һауа судноһын ултыртыу мөмкинлеге булмай. Шуға ла пилот максималь түбән төшөп ике этапта ҡотҡарыусыларҙы хәүефһеҙ зонаға алып сығара.
Фото: https://www.bashinform.ru/