

Әлеге мәлдә ул өҫтәлебеҙҙә йыш урын ала. Үҙе тәмле, үҙе файҙалы, һутлы емештәрҙе һатып алғанда тбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
– Ҡарбузды, ҡауынды баҙарҙан (бигерәк тә ерҙә яткандарын), юл ситтәренән алырға тырышмағыҙ, ундағы емештәр тейешле шарттарҙа һаҡланмай. Шундай ерҙән алһағыҙ, тышын матурлап һабынлап йыуығыҙ.
– Сауҙа нөктәләренән алһағыҙ ҙа, бөтөндө һайлағыҙ. Емеш ҡырҡылған, сатнаған осраҡта, уға бактериялар эләккән булырға мөмкин.
– Ҡарбуздың ҡабығы ялтырап торорға, сатнаған урындары булмаҫҡа тейеш.
– Тышын шаҡып ҡарағанда, ул яңғырап торорға тейеш, тауыш тоноҡ булып сыҡһа, ундай ҡарбузды алмағыҙ, сөнки уның өлгөрмәгән, йә боҙола башлаған булыуы мөмкин.
– Емеште ҡыҫып ҡарағанда сатнау тауышы сыҡһа, яҡшы.