Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
24 Июль 2023, 10:00

Запаста булыуҙың сикке йәше артты

Владимир Путин законға ҡул ҡуйҙы

Запаста булыуҙың сикке йәше арттыЗапаста булыуҙың сикке йәше артты
Запаста булыуҙың сикке йәше артты

Ил президенты Владимир Путин хәрби дәрәжәһе булған граждандар өсөн запаста булыуҙың сикке йәшен биш йылға арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ Рәсәй Федерацияһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Шулай итеп, беренсе разрядлы хәрби бурыслыларға сикке йәш — 35-тән 40 йәшкә, икенсе разрядлыларға  — 45-тән 50 йәшкә, өсөнсө разрядлыларға 50-нән 55 йәшкә тиклем күтәрелә.

Өлкән офицерҙар өсөн мобилизация резервында булыуҙың сикке йәше — 65 йәшкә, кесе офицерҙар өсөн 60 йәшкә тиклем арттырылды.

https://www.bashinform.ru

Автор:Загида Мусина
Читайте нас