

Ҡыҙ баланы ҡатын-ҡыҙ итеп тәрбиәләүҙең бөтөн яуаплылығы ғаиләгә, атап әйткәндә әсәйгә ята. Уға өйҙәге башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ярҙам итә ала, мәҫәлән, өләсәй, апай-инәйҙәр. Тәрбиә бәләкәй ҡыҙсыҡты бөтә ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтенә лә ҡуша йөрөтөүҙән, аңлатыуҙан, ҡылыҡ-фиғелдәрҙе, йолаларҙы, эш тәртиптәрен күрһәтеп биреүҙән тора.
Йыш ҡына эш эшләгәндә килеп ҡыҫылған, болғанырға теләгән баланы ситкә этәләр: һин бәләкәй әле, бысранма, ҡамасаулама... Аҙағыраҡ шелтәләйҙәр: белмәйһең, ҡулыңдан бер эш килмәй... Үҫкәс инде ҡул һелтәйҙәр: беҙҙең ҡыҙ ундайға өйрәнмәгән ул... һалма йәймәй, бәлеш бешермәй, бәйләмәй, тегенмәй, компот япмай... хәҙер вис һатыла.
Ҡыҙ баланы иң тәүҙә бейеүгә, балетҡа, йырға, музыка ҡоралдарына, спортҡа, (бөгөн уҡ атыу модаға инде әле), уҡыуға ылыҡтыралар бөгөн. Уның сәй эскән шәшкеһен йыуырға ла, һеңле-ҡустыһын ҡарашырға ла, бүлмәһен йыйыштырырға ла ваҡыты юҡ. Күлдәкте байрамдарҙа ғына кейҙерәләр, яулыҡ менән таныш та түгелдер әле. Велик алып бирәләр, үҫмерҙәренә матас))) ҙурая бара ул машина хаҡында хыяллана. Машиналы булыу яҡшы, әлбиттә, тик был фекер унда ҡатын-ҡыҙ башланғыстарынан алдараҡ тыуа. Бәләкәйҙән ундағы тәбиғи ҡатын-ҡыҙ фиғеле, хис-тойғолары, уй-хыялдары аңһыҙлыҡ, йәғни дөрөҫ тәрбиә бирмәү арҡаһында юйыла. Әлеге замана йәшәйеше шулайыраҡ, үкенескә ҡаршы.
Нисек уйлайһығыҙ, ҡыҙ баланы нисә йәшенән эшкә өйрәтә һәм ҡатын-ҡыҙ икәнлеген төшөндөрөп тыя, тәрбиәләй башларға мөмкин?