Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
28 Июль 2023, 07:24

Йәнә эҫе көндәр килә

Синоптиктар ял көндәрендә  һауа торошо ниндәй булыуы тураһында хәбәр итте.

Йәнә эҫе көндәр киләЙәнә эҫе көндәр килә
Йәнә эҫе көндәр килә

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шәмбе, 29 июлдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан. Һауа температураһы төндә +15, +20°, урыны менән +10°, көндөҙ +30, +35° була.

Йәкшәмбе, 30 июлдә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан, көндөҙ талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Төндә +15, +20°, урыны менән +10°, көндөҙ +30, +35°.

Бөгөн, 28 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +29, +34°.

https://www.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас