Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
29 Июль 2023, 12:38

Кейеҙ үҙәге асҡан

Кейеҙ үҙәге асҡанКейеҙ үҙәге асҡан
Кейеҙ үҙәге асҡан

 

Саҡмағош районы – үҙенсәлекле оҫталарға бай төбәк. Район үҙәгенең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлашҡан “Кейеҙ” үҙәгендә булып, ундағы эштәрҙе күреп, быға инанып ҡайттыҡ.

Үҙәктең етәксеһе, шул уҡ ваҡытта Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Нәфисә Ғил­метдинова һәм уның уҡыусылары кейеҙ­ҙән тыуҙырған матурлыҡҡа әллә күпме һоҡ­ла­нып ҡарап йөрөргә мөмкин. Тәбиғәт күре­нештәре, тарихи донъя, бөгөнгөбөҙ, хатта уйынсыҡтар, табынға ризыҡтарҙы ла улар шул тиклем оҫта итеп барлыҡҡа килтергән.

Нәфисә – Саҡмағош ҡыҙы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында уҡыған сағында кейеҙ эштәре менән мауыға башлай. Өфө районында Балалар ижады йорто ҡарамағындағы “Йәйғор” исемле студияла ошо өлкәлә ҙур тәжрибә туплай. Баш ҡалала эшләгәндә үк Милли музейҙа, “Урал” галереяһында , республика Хәрби дан музейында һәм башҡа урындарҙа үҙенең эштәре менән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Тыуған төйәге Саҡмағошта “Кейеҙ” үҙәген асыу ҙа уның күптәнге хыялы була. Тыуған еренә ҡайтҡас, уны тормошҡа ашырырға мөм­кинлек тыуа, был ниәтен район хаки­миәте лә хуплай. Саҡмағошҡа ҡайтыуына ике йыл тирәһе генә ваҡыт үтһә лә, әллә күпме эш башҡарырға өлгөргән.

Бында ике зал булдырылған. Тәүгеһендә – ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу бүлмәһе. Бында өҫтәлдәге милли ризыҡтар: бауырһаҡ, бәлеш – барыһы ла кейеҙҙән эшләнгән. Шулай уҡ стенаға ауыл тәбиғәтен, йорт йылыһын, матурлығын сағылдырған паннолар ҙа элен­гән. Орсоҡ әйләндереүсе ҡыҙ, һандыҡ һүрәт­ләнгән эштәрҙән ысынлап та йорт ҡото бөркөлә.

Кейеҙҙән тегелгән милли кейем дә иғти­барҙы йәлеп итмәй ҡалмай. Икенсе залда йолалар, тарих, легендалар ҙур өлөштө биләй.

Әйтергә кәрәк, оҫтаның үҙ ҡулдары менән яһаған паннолары халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашырға өлгөргән. Кейеҙ оҫтаһының һәләте Мәғариф, Мәҙәниәт министрлыҡтарының Почет грамоталары менән баһаланған, шулай уҡ ул – Башҡортостандың мәғариф отличнигы ла.

– Кейеҙ – тәбиғи материал. Унан пейзаждар уңышлы килеп сыға. Был эш мауыҡ­тыра, күңелгә шатлыҡ бирә, унан хатта айы­рыл­ғы ла килмәй. Эш барышында яңы идеялар барлыҡҡа килә.Тәбиғәт һәм балаларҙың ҡулдарының энергетикаһы ошондай күркәм, тере, күңелде ҡуҙғытырлыҡ ижад өлгөләре тыуҙыра, – ти Саҡмағош оҫтаһы.

Балалар ошо боронғо шөғөлдө белеп үҫһен, өйрәнһен өсөн Нәфисә Ғилметдинова барлыҡ материалдар менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алған. “Атайсал” проекты буйынса башҡарылған йәнә бер изге ғәмәле булып тора был замандашыбыҙҙың.

Резеда Шәңгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас