+21 °С
Болотло


Йылайыр районы Һабыр ауылы халҡы МХО-ла булған ауылдаштарына арнап ҡорбан салған.
Илназ Әмир улы Таһировтың тәҡдиме менән ауылда, ситтә йәшәгән ир-егеттәр аҡса йыйып, ике һарыҡ һатып алып, яугир ауылдаштарының ҡатындарын, ата-әсәларен саҡырып, Тауай ҡоҙоғо янында ҡорбан ашатҡан.
- Егеттәребеҙ имен - һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын. Изгелек орлоҡтары һәр кемебеҙҙең күңелендә шытым бирһен, - ти ауыл халҡы.