Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
7 Август 2023, 08:54

Алты бармаҡ менән тыуған

Табиптар сабыйға атларға ҡамасаулаған алтынсы бармаҡты алып ташлау буйынса операция үткәргән.

Алты бармаҡ менән тыуғанАлты бармаҡ менән тыуған
Алты бармаҡ менән тыуған

Өфөнөң 17-се ҡала балалар дауаханаһы табиптары һирәк тайпылыш менән тыуған балаға ярҙамға килгән. Белгестәр сабыйға атларға ҡамасаулаған алтынсы бармаҡты алып ташлау буйынса операция үткәргән.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙ полидактилия менән яфаланған. Был — тыумыштан һәм шулай уҡ нәҫелдән килгән үҫеш кәмселеге. Баланың ҡулында йә аяғында өҫтәмә бармаҡтар булырға мөмкин.

Белгестәр артропластика эшләп, баланың тиреһен һәм һеңерен күсереп ултыртҡан. Һау бармаҡ тимер конструкция ярҙамында нығытылған.

Операция уңышлы үткән, хәҙер бала бер уңайһыҙлыҡтарһыҙ тулы ҡанлы тормош менән йәшәй ала, тип билдәләгәндәр ведомствола.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас