Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
8 Август 2023, 06:04

Һалдаттар Әбйәлил тегенсеһенең бронежилеттарын кейә

Сәбилә Зәйнуллина махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтары өсөн бронежилеттар эшләү менән шөғөлләнә.

Һалдаттар Әбйәлил тегенсеһенең бронежилеттарын кейәҺалдаттар Әбйәлил тегенсеһенең бронежилеттарын кейә
Һалдаттар Әбйәлил тегенсеһенең бронежилеттарын кейә

Махсус операцияла һалдаттар Әбйәлил тегенсеһенең бронежилеттарын кейә

Әбйәлил районының Күсем ауылынан Сәбилә Зәйнуллина махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтары өсөн бронежилеттар эшләү менән шөғөлләнә.

Социаль селтәрҙә Әбйәлил оҫтаһының ошо хәйриә эшенә тотоноуы хаҡында яҙғас, күптәр икеләнеүен белдерҙе. Йәнәһе лә, бындай бронежилеттар һалдаттарҙы ҡотҡара алмаясаҡ. Йоҡа, талаптарға тура килмәй һ.б. Ә ошо көндәрҙә Әбйәлил районынан гуманитар ылау алып барған журналистар тап Сәбилә Зәйнуллинаның бронежилетын кейгән хәрбиҙе осратҡан.

Был бронежилет инде урыны менән таушалған, әммә ышаныслы һәм ныҡлы, хужаһы унан ҡәнәғәт ҡалған.

Автор:
Читайте нас