Мәсетле районының Айып ауылынан Айрат Нуретдинов урманда ҙур бәшмәккә тап булған. Һаңғырау бәшмәк (дождевик) тип атала ул.
Кемдәрҙең ашап ҡарағаны бар, тәмлеме икән?
– Беҙ бәләкәй саҡта шар кеүек бәшмәктәргә ҡыҙыҡ итеп баҫа инек, борхолдап һоро төтөнө сыға. Тиҫтерҙәр менән һуғыш уйыны уйнағанда, махсус төтөнлө граната тип хис итә торғайныҡ. Ололар, төтөнө ҡолаҡҡа инһә, һаңғырау ҡалырһың тип әйтә торған ине, шуға ла ҡолаҡты яба торған булдыҡ, – тип уртаҡлаша кешеләр.