Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2023, 13:02

Вәғәҙәне үтәп...

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Азат Бадрановтың ҡыҙын беренсе класҡа алып барҙы. 

Вәғәҙәне үтәп...
Вәғәҙәне үтәп...

Бөгөн, 1 сентябрҙә, Белем көнөндә Башҡортостандың 54 мең беренсе класс уҡыусыһы тәүге тапҡыр парта артына ултырҙы, беренсе уҡытыусыһы, яңы иптәштәре менән танышты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһындағы  дуҫы һәм фекерҙәше Азат Бадрановтың ҡыҙын беренсе класҡа оҙатыу, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлау өсөн Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһына килде. 

 

«Ҡәҙерле дуҫтар! Уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр! Һеҙҙе белем байрамы менән ихлас ҡотлайым! 1 сентябрь — барыбыҙ өсөн дә әһәмиәтле көн. Ә беренселәрҙең бәләкәй генә тормошонда был иң мөһим көндөр, моғайын. Бөгөн Башҡортостанда 54 мең уҡыусы беренсе класҡа бара. Беҙ уларға яҡшы уҡыуҙарын теләйбеҙ. Бөгөн мин республика етәксеһе булып ҡына килмәнем, ә иптәшемдең һәм фекерҙәшемдең дуҫы булараҡ та килдем. Бөгөн уның ҡыҙы беренсе класҡа уҡырға төштө, ул үҙе махсус хәрби операцияла йөрөй. Арағыҙҙа атайҙары алғы һыҙыҡта булған балалар күп. Беҙ иһә һеҙ яҡшы уҡыһын өсөн барыһын да эшләрбеҙ. Беҙ мәктәптәр төҙөйбөҙ, уларҙы ремонтлайбыҙ, һөйөклө балаларыбыҙ, уҡыусыларыбыҙ яҡшы белем алһын өсөн ошо көнгә әҙерләнәбеҙ. Ҡәҙерле балалар! Иң мөһиме, һәйбәт уҡығыҙ. Спорт менән шөғөлләнегеҙ, уҡытыусыларҙы тыңлағыҙ һәм тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы булыр. Тағы ла бер тапҡыр һеҙҙе 1 сентябрь менән ҡотлайым. Хәйерле сәғәттә», - тине Радий Хәбиров.

 

Сығанаҡ: "Башинформ"

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: