Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
10 Сентябрь 2023, 04:40

Мөмкинлектәре сикләнһә лә, хоҡуҡтары сикләнмәгән

Аҙ мобилле граждандар нисек тауыш бирә?

Мөмкинлектәре сикләнһә лә, хоҡуҡтары сикләнмәгәнМөмкинлектәре сикләнһә лә, хоҡуҡтары сикләнмәгән
Мөмкинлектәре сикләнһә лә, хоҡуҡтары сикләнмәгән

Бөгөн, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Башҡортостанда республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына - ҡала округтары, ҡала һәм ауыл биләмәләре Советтарына һайлауҙар үтә.

Аҙ мобилле граждандарҙың тауыш биреүе өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Насар күргәндәр өсөн участкаларҙа лупалар, өҫтәлмә яҡтылыҡ ҡуйылған. Бөтөнләй күрмәгәндәр өсөн 5 махсус һайлау участкаһы эшләй. Уларға урындарҙа ирекмәндәр ярҙам итәсәк.

1600 участкала пандустар ҡуйылған. Республика участкаларының 89 проценты 1-се ҡатта урынлашҡан.

Аҙ мобилле граждандар өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн теркәлгән һайлау участкаһына 15.00 сәғәткә шылтыратырға кәрәк.

Ҡарттар йортонда, психоневрология үҙәктәрендә махсус маршруттар һәм урында һайлау мөмкинлеге булдырылған.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас