+19 °С
Болотло
Берҙәм тауыш биреү көнөндә "Ҡыҙыу" линия эше өсөн яуаплы Анна Сучкова «Һайлау - 2023» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә ниндәй һорауҙар менән шылтыратҡандарын һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, граждандар иң күп осраҡта мәғлүмәт һорап мөрәжәғәт иткән. Шулай, һайлау участкаһы ҡайҙа урынлашыуы, эшләү ваҡыты, өйҙә тауыш биреү мөмкинлеге хаҡында консультациялар бирелгән.
"Ҡыҙыу" линия киске 21.00 сәғәткә тиклем эшләй.
Телефон һандары: +7 (347) 218-16-84.