Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2023, 21:51

Тауыш биреү тамам

#БашкортостанВыборы2023 Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләр дүшәмбе көнө иғлан ителәсәк.

Тауыш биреү тамам
Тауыш биреү тамам

#БашкортостанВыборы2023

 

Өфө ваҡыты менән 21.00 сәғәттә республикала һайлау участкалары ябылды. Хәҙер унда тауыштарҙы һанау башланды. Ҡатнашыусылар  һаны аҙағыраҡ билдәле буласаҡ. 18.00 сәғәткә республикала тауыш биреүселәрҙең 40,6 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән ине. Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләр дүшәмбе көнө иғлан ителәсәк.

 

Белгестәр билдәләүенсә, Берҙәм һайлау көнө, айырмаса, тыныс һәм тотороҡло үтте.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға 110 депутатты, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына - ҡала округтары, ҡала һәм ауыл биләмәләре Советтарына һайлауҙар үтте.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: