+19 °С
Болотло
Башҡортостанда республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар араһында 2001, 2002 йылдарҙа тыуған йәштәр ҙә бар.
Был турала баш ҡаланың «Һайлау - 2023» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостандың йәш сәйәсмәндәр Советы рәйесе Вилдан Иҫәнгилдин һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, йәштәр был аҙымға ниндәй маҡсатта һәм ни өсөн барғанын яҡшы аңлай. Улар, айырыуса, социаль селтәрҙә әүҙем эшмәкәрек алып бара. Был, үҙ сиратында, һайлауҙарға иғтибарҙы, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһыныксылар һанын арттыра.
Белгес билдәләүенсә, онлайн тауыш биреү мөмкинлеге йәштәрҙе һайлауҙарҙа ҡатнашыуға йәлләп итә. Технологиялар ярҙамында йәштәр тауыш биреү - еңел һәм рәхәт, оҙаҡ ваҡыт талап итмәгәнен аңлай, уларға гражданлыҡ бурысын үтәргә яңы мөмкинлектәр аса.