Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2023, 12:26

“Уянһам, кәләш алғанмын...”

Ҡурайсы Юлай Ҡасимов һәм уның кәләше Наҙгөл Ғәлиеваның улдары тыуған. Бәхетле көнөгөҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Бәпес һау-сәләмәт, атай-инәйле булып үҫһен. "Шоңҡар"ҙар.

“Уянһам, кәләш алғанмын...”
“Уянһам, кәләш алғанмын...”

    Юлай шәхси тормошон социаль селтәрҙәрҙә лә күрһәтеп, былай ҙа һөйләп бармай. Әммә үткән йылда үҙенең сәхифәһендә ҡыҫҡа ғына итеп: “Иртәнсәккә тиклем йоҡланым, һуңынан PlayStation уйнап алдым. Ә төшкөһөн өйләндем”, — тип яҙып фото һалды. Буласаҡ кәләше менән Юлай социаль селтәрҙәрҙә таныша. Тәүҙә яҙышып ҡына торһалар, аҙаҡ күрешә башлайҙар. 

— Бер уянһам, кәләш алғанмын, — тип көлә ул.

Юлай буласаҡ кәләшенә тубыҡта тороп, балдаҡ һуҙып тәҡдим яһамай. Йолаһына тап килтереп, ҡыҙҙың әсәһенән ҡыҙын уға кейәүгә биреүҙәренә рөхсәт һорай. Ризалыҡ алғас, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәп, туғандарын йыйып, матур итеп никах уҡыталар.

Был ҡыҙҙы кәләш итеп алырғамы, әллә юҡмы, тигән шик бер ваҡытта ла булманы, булмаясаҡ та. Уның менән аралаша башлағас та, был минең кешем, уның менән яҙмышымды бәйләгем килә тигән теләк күңел түрендә яралды, — ти Юлай тойғолары хаҡында.

Йәш, матур һәм рухлы ғаиләгә бәхетле тормош насип булһын!  

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: