

Әлморон халыҡ медицинаһында
Ябығыу өсөн төнәтмә
2 аш ҡалағы емеште ваҡларға, эмаль һауытҡа һалып, 500 мл һыу өҫтәп, ҡапҡас менән ябырға, ҡайнап сыҡҡас, 15 минут талғын утта тоторға. 2 сәғәт йылы урында, урап төнәтергә. 100 мл эсемлекте шәкәрһеҙ ашағанға тиклем бер сәғәт элек ҡулланалар көнөнә өс тапҡыр эсергә. Ҡулланыу оҙайлығы 3 аҙна. Эскәндә трубочка аша эсергә кәңәш ителә, сөнки тештең эмален ашай.
Артроздан төнәтмә
20 г ваҡланған емеш 500 мл ҡайнар һыу ҡойорға, 8 сәғәт термоста тоторға. Һуңынан марля аша һөҙөп, 200 - 250 мл иртән һәм кис ашар алдынан эсергә.1 ай эскәндән һуң, 1 ай тәнәфес яһарға кәрәк.
Әлморондан сироп
Сироп әҙерләү өсөн:
- Яңы өлгөргән емештәр-1,3 кг
- Шәкәр-1,3 кг
- Һыу 2 л.
Емеш-еләкте йыуып, япраҡтарынан таҙартып, эмаль кәстрүлгә һалырға, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп 20 минут ҡайнатырға. Шунан һуң ҡайнатманы бер нисә ҡат марли аша үткәреп, һөҙөп алырға кәрәк. Бер тәүлек ҡараңғы һалҡын урында тотабыҙ, шәкәр өҫтәп 15 минут ҡайнатабыҙ. Сиропты оҙаҡ һаҡлау өсөн стериль банкаларға ҡойорға һәм һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Көн һайын өлкәндәргә ашаған ваҡытта1 аш ҡалағы, балаларға-1 сәй ҡалағы ҡулланырға.
Әлморон сәйе.
Әлморон емештәренән сәйҙе кәстрүлдә ҡайнатырға мөмкин, әммә термоста күпкә уңайлыраҡ. Бының өсөн 3 аш ҡалағы ҡоро емеште термосҡа һалып, 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 12 сәғәт тоторға.
Дозаһы: 4 йәштән өлкәндәргә тәүлегенә 1 стакан, өлкәндәргә 2 стакан, ашау араһында эсергә.
БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.