Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
12 Октябрь 2023, 08:41

Өс ҡатын махсус хәрби операцияға юлланған

Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ теләге менән ил һаҡларға юлланған.

Өс ҡатын махсус хәрби операцияға юлланғанӨс ҡатын махсус хәрби операцияға юлланған
Өс ҡатын махсус хәрби операцияға юлланған


Стәрлетамаҡ ҡалаһынан өс гүзәл зат махсус хәрби операция биләмәһенә хеҙмәт итергә киткән. Был турала Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизовтан билдәле булды.

48 йәшлек Айгөл менән Гөлназ унда шәфҡәт туташтары булырға йыйынһа, 43 йәшлек Роза үҙенең хеҙмәт иткән урынын сер итеп һаҡлай. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ теләге менән ил һаҡларға юлланған.

Тик бындай ҡатмарлы ҡарар бер мәлдә генә ҡабул ителмәгән. Айгөл әйтеүенсә, элек ул “Башҡортостан сода компанияһы"нда тейәгес водителе булып эшләгән. Махсус хәрби операция биләмәһенә ул 2022 йылдың майында уҡ китергә теләгән, тик ғаилә хәле буйынса быны эшләй алмаған. Быйыл мартта хәрби комиссариатҡа барған, тик уға рөхсәт итмәгәндәр.

– Ҡатын-ҡыҙҙарҙы алмайбыҙ, тинеләр. Тик мин ай һайын хәрби комиссариатҡа барҙым һәм барыһы ла хәл ителде, – ти Айгөл.

Гөлназ иһә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләй.

– Балаларыбыҙҙың киләсәге булһын, улар бер ҡасан да сирена һәм шартлау тауыштарын ишетмәһен ине, - ти ул.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-153665096_178289

Автор:
Читайте нас