+21 °С
Болотло


Октябрь һанының тышлығын Нефтекама филармонияһы йырсыһы Рәзинә Билалова биҙәй. Уның менән яҡындан "Артист булыу - бала саҡ хыялы" тигән мәҡәләлә танышырға була.
Әҙәбиәт һөйөүселәргә Фәриха Вәлиуллинаның "Ҡарасәс" повесы, Руфина Лоҡманованың "Принц Эрик", Рәзинә Зәйнетдинованың "Фәрештә" хикәйәләре оҡшар! Шиғриәт яратыусыларҙы Фәһим Әхмәровтың шиғырҙары ҡыуандырыр.
Тағы ла был һанда шәп замандаштарыбыҙ менән таныша алаһығыҙ. Йөрәк сере менән уртаҡлашыусылар ҙа булды. Дағстанға сәйәхәткә лә "барасаҡһығыҙ". Ҡыҫҡаһы, журналдың был һаны үтә матур сыҡты!