Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
24 Октябрь 2023, 10:24

Яу яланына - техника

Ишберҙеләр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир - егеттәргә УАЗ автомобиле ебәрҙе.

Яу яланына - техникаЯу яланына - техника
Яу яланына - техника


Баймаҡ районы Ишберҙе ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир - егеттәргә УАЗ автомобиле ебәрҙе. Уны ауылдың шәхси эшҡыуары Нурбулат Халиҡов әҙерләгән. Техниканы буяу эштәре Сибайҙа башҡарылһа, ауыл ир - егеттәре иһә кәрәкле запас частар менән ярҙам күрһәтә.
УАЗ менән бергә егеттәргә ауыл халҡынан аҙыҡ - түлек, көнкүреш кәрәк яраҡтары, шәхси гигиена әйберҙәре лә әҙерләнә. Ауыл хакимате башлығы Д.Р. Иҙелбаев белдереүенсә, был изге эштән урындағы мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалмай.
Күмәкләгән - яу ҡайтарған.Ишберҙеләр ебәргән ылау егеттәргә имен барып етһен.
Иң мөһиме, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, яуҙағыларға тыуған яҡтарға, яҡындары янына иҫән - һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

 

Сығанаҡ: Баймаҡ ТВ

https://vk.com/wall-93153683_25310?access_key=ba6386e58b8e68da0e

Автор:
Читайте нас