

Асҡын районы Билгеш ауылында бик матур өмә үткән.
" Ауылдың йөҙөн төҙөк йорт-ҡаралтылар биҙәй. Шуға ла, элекке йорттарға йән өрөп, матурлап ҡуйыусылар булһа, бигерәк шатлыҡлы. Бөгөн, мәҫәлән Булат Рәхимов башланғысы менән шундай өмә үтте. Уның ата-бабалары йортоноң түбәһе яңыртылды. Күмәк эштә район хакимиәте башлығы Динис Йосоповтың ҡатнашыуы ла ҙур мәртәбә. Ғөмүмән, район етәксеһенең ауылдарға, ундағы йәшәйеш һәм кешеләр яҙмышына битараф булмауы ҡыуандыра. Ҙур рәхмәт Динис Рәдис улына.
Тыуған ауылыбыҙ тағы ла күркәмләнһен, моңайып ултырған яңғыҙ өйҙәр булмаһын ине, тигән теләктәр һеҙгә лә ауаздаштыр, хөрмәтле яҡташтар? Нәҫел ҡотон һаҡлаған изге төйәгебеҙҙе онотмайыҡ, берүк", - тип яҙалар билгештәр ауылдың төркөмөндә.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-217813057_6395?access_key=f01c8ebabdd3262e9e