Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2023, 10:26

Үҫәргәндәр үткәндәрен онотмай

Хәйбулла районы ауылдарының 30-ында үҫәргәндәр йәшәй.

Үҫәргәндәр үткәндәрен онотмай
Үҫәргәндәр үткәндәрен онотмай



Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында, “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабына ярашлы, "Шәжәрәлә - милләтем тарихы" тип аталған фәнни-ғәмәли конференция үтте, тип хәбәр ителә Хәйбулла районы хакимиәте төркөмөндә.

"Уның эшендә, ауыл халҡынан тыш, башҡа биләмәләр вәкилдәре, райондың тарих уҡытыусылары, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин, Ҡыуандыҡ районы Имәнтамаҡ ауылы вәкилдәре ҡатнашты. Конференция сиктәрендә үҫәргәндәр ырыуы тарихы һәм Оло Әбеш ауылы шәжәрәһе хаҡында һүҙ барҙы.

Аҫаба башҡорттар төбәге булған Әбештә үткәненә, тарихына һаҡсыл ҡарашлы халыҡ йәшәй. Үҫәргән ырыуы вариҫтарының күңелендә изге аманат булып һаҡлана улар. 2009 йылда шәжәрә байрамы ойошторолоп, ошо юҫыҡта күләмле эштәр башҡарылып килә. Конференция сиктәрендә шул осорҙа әҙерләнгән һәр бер тармаҡтың шәжәрә өлгөләре күрһәтелде.

Хәйбулла районы ауылдарының 30-ында үҫәргәндәр йәшәй. Алдағы көндәрҙә Ейәнсура районында уҙасаҡ Ырыу ҡорона әҙерлек маҡсатын да үҙ эсенә алды был конференция. Сара барышында Үҫәргән ырыуының үткәнен, бөгөнгөһөн өйрәнеүҙе дауам итеү, үҫеп килгән быуынға еткереү эшен әүҙемләштереү, күрше өлкәлә йәшәгән ҡәрҙәштәр менән бәйләнеште, үҙ-ара рухи-мәҙәни эшмәкәрлекте нығытыу, ошондай төр сараларҙы башҡа ауыл биләмәләрендә лә ойоштороу кеүек маҡсаттар ҡуйылды", - тиелә яҙмала.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-109622739_72337?access_key=ef7e4d15113fa1434b

Автор:
Читайте нас: