+4 °С
Болотло
Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар көндән-көн арта. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған тәүлектә 125 кешелә COVID-19 асыҡланған. Пандемия башланғандан алып 375 328 кеше сирләгән.
Әлеге ваҡытта 150 пациент стационарҙа дауалана, шуларҙың 80-е – 60 йәште уҙған. Ә 1416 сирле өй шарттарында дауалана.