-20 °С
Болотло
Өфөнөң Аксаков аллеяһында алмағас сәскә атҡан. Баш ҡалала ҡайһы бер ағастар ҙа бөрөләнә башлаған, тип яҙалар социаль селтәрҙә. 2023 йыл һуңғы 125 мең йыл эсендә иң эҫеһе булыуы ихтимал. Европа берлеге ғалимдары ошондай фекергә килгән, тип яҙғайны «Башинформ». Әммә синоптиктар фаразлауынса, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ямғыр һәм ҡар яуыуы көтөлә.