Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2023, 12:09

"Тыйнаҡлыҡ – беҙҙең булмышыбыҙ”

Журналыбыҙҙың тышлығын биҙәгән Илүзә Иҫәндәүләтова Һиндостанда үткән "Мисс Азия - 2023" конкурсында Гран-при алған. Ҡотлайбыҙ! 

"Тыйнаҡлыҡ – беҙҙең булмышыбыҙ”
"Тыйнаҡлыҡ – беҙҙең булмышыбыҙ”

Башҡорт ҡыҙҙарының матурлығы кемдәрҙе генә әсир итмәгән дә, кемдәрҙең генә йөрәгенә ялҡын һалмаған?! Улар хаҡында йырҙар, ҡобайырҙар ижад ителгән, хатта риүәйәттәр, легендалар һөйләнгән. Хәйер, был матурлыҡ тарихта тороп ҡалмаған, иҫ киткес гүзәл заттарыбыҙ бөгөн дә бар! Киреһенсә, интернет киңлектәре, ил, донъя кимәлендә үткәрелгән матурлыҡ конкурстары халҡыбыҙҙың сибәр, һомғол буйлы, талантлы һәм аҡыллы ҡыҙҙарының данын тағы ла нығыраҡ тарата. Һәр ҡыҙҙың матур, һөйкөмлө, нәзәкәтле күренгеһе килә. Тәбиғәттән бирелгән гүзәллек, матурлыҡ була. Әммә тейешле кимәлдә өҫтөнлөктәреңде күрһәтә, ә кәмселектәреңде йәшерә белергә лә кәрәк. Был инде үҙе бер юғары сәнғәт – ҙур оҫталыҡ талап итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың күп кенә матурлыҡ конкурстары үҙ ҡаҙанында ҡайнай, еңеүселәр ил кимәлендә үткән бәйгеләргә сыҡмай, хатта модель булараҡ артабанғы эшмәкәрлеге лә туҡталып ҡала.

Был йәһәттән “MISSBASHMODELS” моделлек агентлығы күптәргә өлгө булырлыҡ. Луиза Закирйәнова етәкселегендәге был матурлыҡ мәктәбе республика кимәлендә “Мисс Республика”, “Башҡортостан һылыуы” конкурстарын ойоштора һәм шулай уҡ Рәсәй, донъя кимәлендәге матурлыҡ саралары (“Мисс офис”, “Мисс туризм”, “MISS CONTINENTAL RUSSIA”, “MISS GRAND INTERNATIONAL”, “Мисс Азия-Сибирь” һәм башҡалар) менән хеҙмәттәшлек итә. Бынан тыш, уҡыу үткән моделдәр даими рәүештә реклама һәм кейем каталогтары өсөн фотосессияла ҡатнаша, подиумдарға менә. Шуныһы үҙенсәлекле, агентлыҡҡа килгән ҡыҙҙар араһында төрлөләре бар: берәүҙәр – танылыу яуларға, кемдер комплекстарын еңергә теләй. Тағы ла, үҙенә артыҡ юғары маҡсаттар ҡуймай ғына, ҡыҙыҡһынып килеүселәр осрай. Ә үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусылар булғанда “Көлһылыу” (“Золушка)” әкиәте ысынбарлыҡҡа әйләнә.

Бөгөн шундай тарихҡа эйә булған ике сибәркәй хаҡында һүҙебеҙ. Башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын, һомғоллоғон, талантлы һәм уңған булыуын улар бөтә илгә, хатта донъяға танытты. Ноябрь айында республикаға ике матурлыҡ конкурсының еңеүсе тажы ҡайтты: Альбина Төркиәлә үткән “Евразия королеваһы” конкурсында Гран-при яулаһа, Илүзә Красноярск ҡалаһында үткән “Мисс Азия-Себер” милли матурлыҡ бәйгеһендә беренсе урынға лайыҡ булды.

Альбина Шәйхисламова

Өфөлә тыуып үҫһә лә, Альбинаның тамырҙары Нуриман районына барып тоташа. Тышҡы ҡиәфәте менән мосолман ҡыҙҙарынан айырылып тора: йәшкелт зәңгәр күҙҙәр һәм оҙон һары сәс. Әммә уның бар булмышы “башҡортлоҡто” иҫбатлай: ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яҡшы белә, туған телдә иркен һөйләшә, тағы ла башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас саялыҡ, ихласлыҡ, ныҡышмаллыҡ бар. Үҙенең белемгә ынтылышы, әүҙем тормош алып барыуы менән белем усағына – Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһына рәхмәтле булһа, эске бай булмышы, тәрбиәһе һәм тышҡы ҡиәфәте менән әсәһе Әлфиә апайға бурыслы. Ул ҡыҙын бер үҙе тәрбиәләһә лә, Альбинаның барлыҡ ынтылыштарын ҡеүәтләп, артабан үҫер өсөн кәңәшсе булып тора. Ҡыҙының медицина юлынан китеүендә лә Әлфиә апайҙың роле ҙур: ветеринар булырға теләгән Альбинаға ярҙамға мохтаж кешеләрҙең күберәк булыуын аңлатып, тағы ла бер уйлап ҡарарға тәҡдим итә.
Альбина бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетының һуңғы курсында белем ала, киләсәктә ҡатын-ҡыҙ табибы булырға теләй. Ә коронавирус пандемияһы башланғас, ул ҡурҡып ҡалмай, биргән Гиппократ антына тоғро ҡалып, ковид-госпиталгә шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. Ауыр хәлдәге сирлеләргә ярҙам ҡулы һуҙа алыуына шатлана. Хәҙер инде ул үҙенең һөнәрҙе дөрөҫ һайлауына иманы камил. Өлгөр ҡыҙ уҡырға ла, эшләргә лә, яратҡан шөғөлдәренә лә ваҡыт таба. Хатта һуңғы йылда ул бер нисә матурлыҡ конкурсында ла ҡатнашып өлгөргән.
– Миңә һәр ваҡыт “Һин сибәр!” тип комплимент яһайҙар. Тәүге осорҙа быға әллә ни иғтибар итмәнем. Ике йыл элек, буш ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн генә, моделдәр мәктәбендә шөғөлләнеп ҡарарға булдым. Ысынын әйтәм, күңелем төштө: оҙайлы ғына ваҡыт шөғөлләнеүгә ҡарамаҫтан, алға китеш күрмәнем, артыҡ кәрәкле мәғлүмәт тә булманы. Бәхеткә күрә, күҙемә “МISSBASHMODELS” агентлығы тураһында реклама салынды. Ышаныр-ышанмаҫ ҡына килдем бында. Ә бөгөн мин үҙемде яңынан тыуғандай хис итәм: бер йыл эсендә әллә күпме уңыштарға өлгәштем. Элекке Альбина менән бөгөнгөһө араһында ер менән күк айырмаһы бар. Агентлыҡҡа килгәнсе ҙур карьера яһау тураһында хыялланмай инем. Ә бөгөн үҙемә юғары маҡсаттар ҡуйып, ышаныслы аҙымдар менән алға барам. Кумирым – Ирина Шейк. Уның матурлығы, көслө рухлы булыуы һоҡландыра. Тормош ниндәй генә һынау әҙерләмәһен, ул һәр саҡ үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Беҙҙең фамилиябыҙ оҡшаш булыуы ла миңә көс бирә, етмәһә, уның тамырҙары Башҡортостанға, Сибай ҡалаһына килеп тоташа. Тормошо, уңыштары беҙҙең кеүек башлаусы моделдәргә этәргес көс булып тора, – ти Альбина.
Уның үҙенең дә тырышлығы һәм еңеүгә ынтылышы көслө. “МISSBASHMODELS” мәктәбенә килеү менән уҡытыусылар быға иғтибар итә һәм тәүге уңыштарҙы күреп, ҙур проекттарҙа ҡатнашырға саҡыралар. Тәүҙә – “Мiss ECO TEEN” (Мысыр), аҙаҡ инде донъя кимәлендәге иң ҙур матурлыҡ конкурстарының береһе (“Мисс Мира” һәм “Мисс Вселенная”нан ҡала) “MISS GRAND
 
INTERNATIONAL”да (Тайланд) Башҡортостан һәм Рәсәй данын яҡлап сығыш яһау бәхете тейә ҡыҙға. Ә “Евразия королеваһы” конкурсында ул донъяның төрлө төбәктәренән йыйылған 24 ҡыҙ араһында Гран-приға лайыҡ булды. Бының өсөн уға ниндәй сабырлыҡ, көс һәм тәүәккәллек кәрәклеген ундай сараларҙа ҡатнашҡан кеше генә аңлай ала.

Илүзә Иҫәндәүләтова

Бала саҡтан баҫалҡы, оялсан, хатта сит кешеләр менән түгел, үҙенең туғандары араһында ла артыҡ һөйләшеп бармаған ҡыҙҙы бер кем дә сәхнәгә сығыр, матурлыҡ конкурсында ҡатнашыр тип уйламай. Ә мин иһә ҡаршымда ултырған ҡыйыу, үҙ фекерен төплө итеп еткерә белгән һылыу Илүзәнең ҡасандыр бик оялсан булыуына ышана алманым. “Барыһы ла “МISSBASHMODELS” агентлығы уҡытыусыларының тырышлығы”, – ти әңгәмәсем йылмайып.
Урал аръяғының мәҙәни баш ҡалаһы булған Сибайҙа тыуып үҫкән ул. Бейергә яратҡан, әммә әлеге лә баяғы оялсанлығын еңә алмай, сәхнәгә сығыуҙан баш тартҡан. Кеше күрмәгәндә генә, көҙгө ҡаршыһына килеп, төрлө хәрәкәттәр эшләп ҡарар булған. Мәктәпте тамамлағас, Илүзә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының хоҡуҡ бүлегенә уҡырға инә. Быйыл ул 4-се курста белем ала. Оялсан ҡыҙҙың танылыуға илткән юлы бейек үксәле туфлиҙа матур итеп йөрөргә өйрәнергә теләктән башланған. Был турала ул үҙе бәйән итте:
– Нисек кенә оялсан булмаһын, һәр ҡыҙ матур булырға, башҡалар алдында үҙен лайыҡлы тоторға тырыша. Был йәһәттән уларға кемдер ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш. Үҙемдең йөрөшөмә, буй-һынды матур тотоуға, дөрөҫ биҙәнеүгә артыҡ иғтибар биреп еткермәгәнемде аңланым. Кемдән кәңәш һорарға белмәй йөрөгәндә, дуҫтарым “МISSBASHMODELS” агентлығына барып ҡарарға тәҡдим итте. Тәүге тапҡыр ҡыйыуһыҙ ғына килеп ингәнемде һаман да хәтерләйем. Ә ваҡыт үтеү менән был дәрестәрҙең тышҡы ҡиәфәткә генә түгел, ә ҡыҙҙарҙың эске донъяһына ла ҙур йоғонто яһағанын аңланым. Матур атлауҙан тыш, зауыҡлы кейенергә, биҙәнергә, кешеләр араһында, рәсми сараларҙа үҙеңде тоторға, әңгәмә ҡорорға өйрәндем, үҙемә ышанысым артты, ҡыйыулыҡ барлыҡҡа килде. “Мисс Өфө – 2020” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим булғас, ризалаштым. Әммә еңеүгә өмөтөм юҡ ине. Гран-при яулағас ҡына үҙемдә ҙур мөмкинлектәр барлығын аңланым. Артабан инде моделинг тормошона ысынлап сумдым. Ә 2021 йыл бик уңышлы башланды: “Йәшлек гүзәле” фотоконкурсында, апрель айында Мәскәү ҡалаһында үткән “Miss Continental Russia” һәм майҙа “Мисс Республика” конкурстарында еңеү яуланым. Был титулдар миңә артабан Рәсәй һәм халыҡ-ара сараларҙа Башҡортостан данын яҡлау хоҡуғын бирә. Шуға күрә алда ҙур еңеүҙәр буласағына ышанам. “Мисс Азия-Себер” конкурсындағы уңышлы сығышым менән ғорурланам. Мин унда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының асылын күрһәтергә тейеш инем. Үҙем менән таныштырғанда, Башҡортос­тандың тарихын, мәҙәниәтен һөйләнем. Ә ижади конкурсҡа башҡорт бейеүен әҙерләнек, милли кейемдә фотосессия үтте. Был минең генә еңеүем түгел, тотош агентлыҡтың уңышы — сөнки ҙур конкурстарға ҡатнашыусыларҙы улар әҙерләй. Агентлыҡтың элекке тәрбиәләнеү­селәре – хәҙер инде беҙҙең уҡытыусылар. Уларға ҡарап, киләсәктә балалар менән ошо йүнәлештә эшләргә хыялым бар. Юҡҡа ғына педагог һөнәрен һайламаным бит. Тик улар кимәленә етер өсөн өйрәнергә лә өйрәнергә әле.
Бер ни тиклем ваҡыт элек кенә ҡунаҡтар менән бер өҫтәл артында ултырырға, хатта тиҫтерҙәре менән аралашырға ла оялған ҡыҙҙарының тормошта үҙ урынын табыуына, билдәлелек яулауына Дилбәр апай менән Рәил ағай Иҫәндәүләтовтар шатланып бөтә алмай. Ә инде таныштары, туғандары Илүзәне зәңгәр экрандар аша күреп, гәзит-журналда уның еңеүҙәре тураһында уҡып: “Һеҙҙең ҡыҙығыҙ матурлыҡ конкурсында еңгәнме ул?” – тип һорауҙарына, ғорурланып: “Эйе!” – тип яуап бирәләр.
Һөйөп, иркәләп үҫтергән балаңдың уңыштары икеләтә бәхет килтергәнен улар яҡшы белә хәҙер.

Ғорурлыҡ, дуҫлыҡ һәм тәртип

Быйыл йәй ҡыҙҙар Чебоксар ҡалаһында үткән “Мисс туризм Рәсәй” конкурсында ла ҡатнашты. Аҙна дауамында барған көсөргәнешле бәйгелә Альбина Шәйхисламова менән Илүзә Иҫәндәүләтова Башҡортостан һәм Өфө исеменән сығыш яһаны. Призлы урын яулай алмаһалар ҙа, ҡыҙҙарҙың кәйефе шәп.
– Һәр төбәк үҙендә еңеү яулаған иң-иң ҡыҙҙы ил йәки донъя кимәлендәге конкурсҡа
ебәрә. Улар араһында үҙеңде күреү ҙә — оло бәхет. Ә конкурста ҡатнашыу – ул һәр саҡ еңеү түгел, ә лайыҡлы итеп еңелеү ҙә. Тап шул саҡта үҙеңдең кәмселектәреңде күрәһең, аҙаҡ хаталар өҫтөндә эш башлайһың. Тәү сиратта мин ундай сараларҙа ҡатнашып, яңы дуҫтар табам, сит халыҡтың мәҙәниәте, тарихы, матурлығы менән танышам. Һәм, әлбиттә, беҙҙең иңдә – тотош республика намыҫы. Был еңеүҙә генә сағылмай. Конкурс барышында үҙеңде нисек тотаһың, көтөлмәгән хәлдәрҙән нисек сығаһың, аралашыу мәҙәниәте, талант, тырышлыҡ, башҡалар менән мөнәсәбәт – былар барыһы ла иҫәпкә алына. Һәр ҡыҙ үҙ милләте тураһында фекер ҡалдыра. Минең бер насар ҡылығым тотош башҡорт ҡыҙҙарының намыҫын юҡҡа сығарыуы бар, ә быға юл ҡуйырға ярамай. Һәр хәлдә, мин үҙемдән насар дан ҡалдырғым килмәй. Модель агентлығы етәксеһе, уҡытыусылары конкурсҡа һайлағанда уҡ уҡыусыларҙың тышҡы ҡиәфәте менән бергә характерын да энә күҙәүенән үткәрә, – ти Альбина.
Әйткәндәй, сит илдәрҙә сығыш яһағанда, уға башҡа йылдағы конкурсанттарҙан айырмалы рәүештә, ауырға тура килгән. Пандемия сәбәпле ойоштороусылар һәм конкурсанттар һаны сикләнгән һәм ҡыҙҙарҙың үҙҙәренә генә саҡырыу килгән. Һәр уҡыусыһының сығышы өсөн янып-көйөп торған Луиза Марсель ҡыҙы Закирйәнова иһә Альбинаға тик телефон аша теләктәшлек белдерә алған. Әйткәндәй, күп ойоштороусылар “МISSBASHMODELS” агентлығының эшен башҡа төбәктәр өсөн өлгө итеп ҡуя: яҡшы әҙерлек менән килеүҙән тыш, ҡыҙҙар яҙмыш ҡосағына ташланмай. Нисек килеп етеүе, ниндәй кейемдә, нисәнсе номерҙа сығыш яһауы, туҡланыу, ҡайтыу – хәстәрлекле уҡытыусылар һәр ваҡыт интернет һәм телефон аша бәйләнештә ҡала. Хатта сетерекле хәлдәр булғанда ла беҙҙең ҡыҙҙарҙың яҡлаусылары бар.
Матурлыҡ конкурсында ҡатнашыу өсөн ҡыҙҙарға тимер ныҡлығы ла кәрәктер. Еңеүсе билдәле булғас, интернет селтәрендә “диван тәнҡитселәренән” төрлө комментарийҙар башлана. Кеше уңышына һөйөнә белеү һирәктәргә генә хас сифат шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. “Урынлы тәнҡиткә, аҡыллы кәңәштәргә һәр саҡ ҡолаҡ һалабыҙ. Ә фейктарға ваҡыт әрәм итергә кәрәкмәй”, – ти ҡыҙҙар. Шулай ҙа Илүзәнең милли кейемдәр тураһындағы фекерен белгем килде. Сөнки “Мисс туризм Рәсәй” конкурсында уның күлдәген әлеге тәнҡитселәр юҡҡа сығарырға маташты.
– Тыйнаҡлыҡ – беҙҙең булмышыбыҙ, мосолман ҡыҙҙарының төп сифаты. Ул беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән. Әммә матурлыҡ конкурстарының, бигерәк тә ил һәм халыҡ-ара кимәлдә ойошторолғандарының, үҙ ҡанундары. Һыу инеү костюмдарынан, асыҡ күлдәктәр кейеүҙән баш тартһа, бер генә мосолман ҡыҙы ла матурлыҡ конкурсында еңә һәм донъя подиумын яулай алмаҫ ине. Милли кейемдәр конкурсының да үҙ талаптары бар. Ул мотлаҡ заманса стилдә булырға тейеш. Ә бит йыш ҡына тап шундай коллекция был номинацияла республика ҡыҙҙарына еңеү килтерҙе! Ошо йәһәттән дизайнерҙарға беҙ рәхмәт кенә әйтергә тейешбеҙ – был уртаҡ еңеү.
Әйткәндәй, “МISSBASHMODELS” агентлығы ҡыҙҙарын, шул иҫәптән Альбина менән Илүзәне лә, донъя кимәлендә танылыу яулаған “Сахара” мосолман кейемдәре каталогында күрергә була. Ҡыҙҙар сер итеп кенә әйтте, уға төшөү процессы биш сәғәттән артыҡ барған. Тағы ла агентлыҡ “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы менән дә хеҙмәттәшлек итә.
Матурлыҡ һәм моделинг донъяһында дуҫлыҡ юҡ, тигән хата фекер йәшәй. Альбина менән Илүзәнең мөнәсәбәте иһә көнләшерлек: ҡыҙҙар – яҡын әхирәттәр. Әйтерһең дә, конкурстарҙа еңеүсе тажы өсөн көрәш булмаған. Хәйер, “МISSBASHMODELS”та көндәшлеккә, низағтарға, бер-береңә хилафлыҡ ҡылыуға юл ҡуйылмай. Шуға ла конкурстарҙа башҡорт ҡыҙҙарының тәртибе һәр саҡ юғары баһалана. Дуҫлыҡҡа моделдәр мәктәбе нигеҙ һалһа, Чебоксар ҡалаһында үткән конкурс уны нығытҡан ғына. Ә алдан әйтеп үткән ике еңеү быйыл ноябрь айында бер көн айырма менән донъяның ике нөктәһендә барған. Репетициялар һәм сығыштар араһында Илүзә менән Альбина көн һайын телефон аша бер-береһенең хәлен белеп, теләктәшлек күрһәтеп торған, кәңәштәр биргән.
– Беҙҙә бер маҡсат — республиканы, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын донъяға танытыу. Һәр конкурста беҙ дәүләт символы – Башҡортостан флагы менән сығыш яһайбыҙ. Ә был беҙгә оло ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та. Был буш һүҙ түгел, ә күңел төпкөлөнән сыҡҡан тойғолар.
 
Уны һүҙ менән генә аңлатып булмай, мотлаҡ кисерергә кәрәк. Шуға ла һәр ҡыҙға ҡыйыу булырға, матур хыялдар менән йәшәргә, үҙеңде төрлө өлкәлә һынап ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Ә беҙҙең “МISSBASHMODELS” моделдәр агентлығы юғары маҡсатлы ҡыҙҙарға һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер, – тип ҡыҙҙар хушлашҡанда изге теләктәрен дә еткерҙе.
Аныҡ фекерле, ҙур маҡсатлы, үҙҙәренә ышанысы булған был сибәркәйҙәргә ҡарап, башҡорт ҡыҙҙары өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисерҙем. Бындай матурлыҡ булғанда, донъяла яҡтылыҡ, яҡшылыҡ йәшәйәсәк, йырҙар ҙа ижад ителәсәк, яратыу ҙа буласаҡ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

 

 

 

 

Фото: Модельное агентство Уфа «Luna Models»

Автор:
Читайте нас: