Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2023, 10:17

60 банка тушенка – һалдаттарыбыҙға!

Этҡол ауылы халҡы яугирҙәрҙе хәстәрләй. 

60 банка тушенка – һалдаттарыбыҙға!
60 банка тушенка – һалдаттарыбыҙға!


Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәр яҡташтарының ярҙамынан өҙөлмәй. Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәүселәр ҙә даими гуманитар ылау оҙатып тора. Был аҙнала ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары һалдаттарға тушенкалар эшләгән. Ауыл хакимиәте, ауылдың имам-хатибы Рәсүл Ғарифуллин ойошторған был изге бшланғысты этҡолдар әүҙем күтәреп алған.

-Ауыл халҡынан йыйылған аҡсаға ит алынды, ҡорбан итеп һарыҡ салыусы ла булды. Шуларҙан 50 банка тушенка эшләнек, бынан тыш Фәүриә Йәрмөхәмәтова һәм Зилә Ғиззәтуллина апайҙар өйҙәрендә тушенка әҙерләп килтерҙе, - тип һөйләне ауыл хакимиәтенең эштәргә идарасыһы Айһылыу Заһиҙуллина.

Этҡолдар тушенка менән генә сикләнмәгән. Башҡа төрлө күстәнәстәрҙе, кәрәк- яраҡтарҙы ла туплаған. Мәҫәлән, Вадим Килсурин бал алып килгән.


Автор:Резеда Шәнгәрәева

Сығанаҡ: 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: