-20 °С
Болотло
Тәтешле районында бер ғаиләлә ҡот осҡос фажиғә булған. Билдәле булыуынса, 15 ноябрҙә 63 йәшлек ир 53 йәшлек ҡатынын атып үлтергән. Шунан ир ашығыс ярҙам саҡыртҡан һәм үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Табиптар килеп етеүгә, ир менән ҡатын үлгән булған. Быға оло йәштәге ирҙең көнлөшеүе сәбәпсе булыуы ихтимал. Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.