Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2023, 17:21

Зилә Лира “Биш ашыҡ” уйнарға өйрәтә

Был уйынды иҫләйһегеҙме?

Зилә Лира “Биш ашыҡ” уйнарға өйрәтә
Зилә Лира “Биш ашыҡ” уйнарға өйрәтә

Билдәле йырсы, алып барыусы, кейеҙ баҫыу оҫтаһы Зилә Лира йәштәрҙе “Биш ашыҡ” (“Биш таш”) милли уйынын уйнарға өйрәтә.

-Беҙҙең быуын телефонға тексәйеп үҫмәне. Айфоныбыҙ – “ Иҫтәлек дәфтәре”, уйыныбыҙ хәрәкәт уйындары булды, - ти Зилә ханым.

-Бишташ уйынын уйнар өсөн иң беренсе биш таш алырға кәрәк. Уларҙың берәүһен алаһың, ә ҡалған дүртәүһен иҙәнгә теҙеп һалаһың. Теҙгәндә дүрт ташты дүрт мөйөшкә һалыпға кәрәк. Шунан ҡулыңдағы ташты өҫкә сорғотаң* һәм шул ваҡытта икенсе ташты бергә алып өлгөрәһең. Шулай итеп дүрт ташты алып бөтәһең. Тағы таштарҙы икешәрләп һалып, тағы алаһың. Өсөшәрләп һалып тағы ла шулай алаһың. Дүртәүһен бергә һалып алаң. Ошоларҙы алып бөтөргәс, ул дүрт ташты кәртәгә индерәләр. Кәртәгә индереү шулай уҡ башҡарыла. Биш ашыҡ һөйәген биш таш менән алмаштырырға ла мөмкин.

“Биш таш” уйыны ҡул-бармаҡтарға, күҙҙәргә гимнастика, сослоҡ, таһыллыҡ, алдан күҙаллай белеү ҙә талап итә. Ташты сойорғотоп ебәргәс, уның усҡа килеп төшөү моментын алдан иҫәпләй ҙә белер кәрәк.
Тиҙҙән ошо уйын буйынса беренсе республика чемпионаты үтәсәк. Боронғо уйындарҙы өйрәнәйек, иҫләйек, уйнайыҡ!

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-109622739_73107

Автор:
Читайте нас: