Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2023, 11:07

Епшек ҡар, көслө ел, боҙлауыҡ көтөлә

Һеҙҙә ҡар яуамы? 

Епшек ҡар, көслө ел, боҙлауыҡ көтөлә
Епшек ҡар, көслө ел, боҙлауыҡ көтөлә

Синоптиктар фаразлауынса, дүшәмбе, 20 ноябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ көньяҡ-көнбайышта бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа күсеүсән, талғын. Һауа температураһы -1, -6°.

Шишәмбе һәм шаршамбы, 21 һәм 22 ноябрҙә, ҡар, көндөҙ епшек ҡар, ҡарлы ямғыр, төндә урыны менән көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар, юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Температура төндә -2, -7°, көндөҙ -2, +3°.

https://www.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас: