Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2023, 15:40

Осрашыуға рәхим итегеҙ!

Баймаҡтар, йылайырҙар, һеҙҙе көтәбеҙ!

Осрашыуға рәхим итегеҙ!
Осрашыуға рәхим итегеҙ!


“Шоңҡар” журналының яуаплы сәркәтибе, яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡов, бүлек мөхәррире, “Килен” повесы авторы Заһиҙә Мусина, бүлек мөхәррире Айнур Аҡылов эш сәфәре менән Баймаҡ һәм Йылайыр райондарына бара.

21 ноябрь көнө 14.00 сәғәттә Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында;
21 ноябрь көнө 17.30 сәғәттә Баймаҡ лицей-интернатында;
22 ноябрь 10.00 сәғәттә Юлдыбай ауылы китапханһында осрашыуҙар буласаҡ.

Журналға яҙылыуҙан тыш, китап һатыу ойошторола.
Тағы ла Башҡортостандың Яҙыусылар союзы менән Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторолған “Тормошта — китап менән!” акцияһы ла үтәсәк.

Бергәләшеп ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорорға, әҙәбиәтебеҙ тураһында һөйләшергә килегеҙ!
Автор:
Читайте нас: