

- Был проекттың маҡсаты - балалар өсөн контент булдырыу ғына түгел, шулай уҡ туған телде һаҡлау, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға ихтирамлыҡ тойғоһон тәрбиәләү, - тип билдәләне "Китап" нәшриәтенең директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйритдинова.
Проектҡа ярашлы билдәле замандаштарыбыҙ башҡарыуында башҡорт һәм рус телдәрендә «Моң сере», «Йомғаҡ» һәм «Әбйәлил» халыҡ әкиәттәренең аудиоверсиялары яҙҙырылған. Аудиоәкиәттәрҙе яҙыуҙа Мәскәүҙең “Русская музыкальная индустрия” компанияһы техник ярҙам күрһәткән. Сарала уның генераль директоры Иван Генов та ҡатнашты.
Яҙмалар башҡорт һәм рус телдәрендә башҡарылған. “Моң сере”нең русса вариантын, мәҫәлән, илебеҙҙә билдәле “Агата Кристи” төркөмө солисы Вадим Самойлов уҡыған, башҡортсаһын – Зәйнетдин. Аудиоәкиәттәргә үҙ тауышын “бүләк итеүселәр” араһында билдәле диктор Флүрә Мурзина, ҡурайсы, йырсы Рәсүл Ҡарабулатов, “Пицца” төркөмө солисы Сергей Приказчиков та бар.
Оҙаҡламай аудиоәкиәттәрҙе “Китап”тың рәсми сайтында һәм Яндекс.Музыка сервисында тыңларға мөмкин буласаҡ.