Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
23 Ноябрь 2023, 10:41

Бер йәшлек сабый батып үлгән

Улын ваннала йыуындырған саҡта телефон шылтыраған...

Бер йәшлек сабый батып үлгәнБер йәшлек сабый батып үлгән
Бер йәшлек сабый батып үлгән

22 ноябрь кисендә Ишембайҙа йәшәгән ғаиләлә ҡот осҡос фажиғә булған. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, 24 йәшлек әсә бер йәшлек улын ваннала йыуындырған саҡта телефон шылтыраған. Ул һөйләшкән арала ҡарауһыҙ ҡалған сабый батып үлгән.

«Ванна бүлмәһенә ингән ҡатын балаһының тын алмағанын күреп, ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Тик килеп еткән табиптар малайҙың үлемен генә теркәгән», — тине мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

 

Сығанаҡ: "Башинформ". 

Автор:
Читайте нас