

Журналдың тышлығын кинорежиссер Фәрзәнә Утарбаева биҙәй. Әле ижадсы яңы фильм өҫтәндә эшләй. Нимә тураһында икәнен белгегеҙ килһә, уның менән әңгәмәне уҡығыҙ!
“Шоңҡар”ҙың ноябрь һанында тағы әллә күпме ҡыҙыҡлы геройҙар тураһында мәҡәләләр сыҡты. Мәҫәлән, йәш рәссам Альберт Еникеев, оҫта ҡуллы Рәйлә Усманова, сит ил студенты Арыҫлан Хисамов,уҡытыусы Рита Фәтҡуллина...
Әҙәбиәт яратыусыларға был юлы беҙ Фәриха Вәлиуллинаның “Ҡарасәс” повесын , Гөлназ Ғәбитованың — “Аллабирҙе”, Тәскирә Даянованың “Ҡуш беләҙек” хикәйәләрен, Харис Шәриповтың “Ижад итәм” тигән юмористик әҫәрен тәҡдим итәбеҙ. Шиғыр яратыусыларға был һанда сыҡҡан йәш ижадсылар — Динара Һаҙыева менән Гөлназ Искәндәрова шиғырҙары ла оҡшар.
Журналды уҡып сыҡҡас, һеҙ ғәфү итә беләһегеҙме, әллә юҡмы икәнен аңларһығыҙ. “Ни эшләп балалы ҡатынға өйләнәһең?” , “Алиментыңды түләнеңме?”, “Һиңә һәйбәт кәләш таптым...” тигән һәм башҡа мәҡәләләр ҙә һеҙгә оҡшар!