

Бөгөн, йома көндө, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың бер туған апаһы Хәфизә Рәхмәтова мәрхүмә булып ҡалған...
Хәфизә Рәхмәтова - ябай булмаған тормош юлы үткән. Һуғыш йылдарында тап килгән бала саҡ, 7 класс белем алыу, хеҙмәттә үткән ғүмер... Ул 20 йәштә кейәүгә сыға, әммә 40 йәшендә генә тол ҡала. 6 баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра...
"Хәфизә инәй һәр саҡ изге күңелле, тормошто яратҡан, дәртле, етеҙ, эшсән булды. Ул бешеренергә, ҡунаҡ ҡабул итергә, ихлас көлөргә яратты. Балаларҙы ла, арҡаһынан һөйөп-һөйөп алып, ярата ине. Тура һүҙле булды, нимә уйлағанын әйтә белде", - тип яҙа инәһе тураһында Ләйлә Аралбаева.
Мәрхүмәнең балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен!
Беҙҙең күс
Хәфизә апайыма
Ҙур умарта кеүек, апай, йортоң,
Күсеп килгән, гүйә, бар күстәр,
Гөрләй донъяң, ҡайнап тора тормош,
Тупланғандай бында бар көстәр.
Әсәй, мәрхүм, хас Инә ҡорт ине,
Ойоштора алған ишле күс.
Беҙ тыумыштан, ахры, көслө ҡорттар –
Ерҙе әйләндерер беҙҙең көс.
Төп дадандан күптән айырылдыҡ,
Барыбыҙҙың инде үҙ күсе.
Был күстәрҙә һоро ҡорт юҡ, шөкөр,
Һәр тапҡаны хәләл, үҙ көсө.
Ил иңендә түгел, ил ҡырында
Хәрәкәттә ҡорттар, гел эштә.
Шәжәрәбеҙ шулай дауам итһен
Йәшеллектә, мәңге үҫештә!
Ҡалдырғандыр йәнә шул күстәргә
Йөрәк йылыларын әсәйем.
Шул йылыны һаҡлап инә ҡорттай,
Арабыҙҙа, апай, йәшәйһең.
2011, Ҡәҙим Аралбай.