Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
8 Декабрь 2023, 04:49

Лос-Анджелеста башҡорт йыйыны үткән

 Гриффит исемле паркында Америкала йәшәүсе башҡорттар йыйылған.

Лос-Анджелеста башҡорт йыйыны үткәнЛос-Анджелеста башҡорт йыйыны үткән
Лос-Анджелеста башҡорт йыйыны үткән

Лос-Анджелестың Гриффит исемле паркында Америкала йәшәүсе башҡорттар йыйылған. Был хаҡта яҡташыбыҙ, психолог Альмира Исхаҡова үҙенең сәхифәһендә яҙа:

— Тирмәбеҙ, ҡурайыбыҙ, моңобоҙ, флагыбыҙ, самауырыбыҙ ерле халыҡты йәлеп итмәй ҡалманы — ҡыҙыҡһыныусылар башҡорт иле тураһында ишетте. Арабыҙҙа йәштәрҙең артыуы, уларҙың дәртле тәҡдимдәре ҡыуандырҙы. Йырламай ҙа, бейемәй ҙә ҡайтып китмәнек инде — күңел астыҡ. Мин шиғыр һөйләп ташланым да ул хатта.

Киләсәктә башҡорт теле класын булдырырға, дини һәм башҡа байрамдарҙы бергә үткәрергә килешеп, таралыштыҡ. Андрей тигән американ егетенең башҡортса һөйләшеп кенә ҡалманы, һыҙыра һуғып йырланы ла.

 

Сығанаҡ: Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

Автор:
Читайте нас